Версия для слабовидящих: Вкл Изображения: Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

Хөрмәтле ҡунаҡтар! Ҡәҙерле дуҫтар!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуына арналған «V Биишева уҡыуҙары» быйыл билдәле тарихи шәхестәребеҙҙең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың исемен мәңгеләштереү мәсьәләләренә арнала. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында традицияға әйләнгән был конференция халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереү өлкәһендәге бер аҙым булып тора.

Конференция материалдарында барлыҡ ғүмере халыҡҡа хеҙмәт итеү өлгөһө булған, хеҙмәтен, ҡәләмен милләт яҙмышын, тел яҙмышын, ил яҙмышын хәстәрләүгә арнаған бик күп оло шәхестәребеҙ хаҡында һүҙ бара. Йәш ҡәләмдәштәр тарафынан ошондай әһәмиәтле темаларға ғилми эштәр яҙылып, йыйынтыҡта донъя күреүе – шатлыҡлы күренеш һәм ул киләсәктә мәҙәниәт һәм фән үҫешенә ҡарата яҡты өмөттәр уята.

Мәктәптәрҙең, урамдарҙың танылған яҡташтарыбыҙҙың исемен йөрөтөүе, данлы ваҡиғаларға, боронғо һәм хәҙерге тарихыбыҙға бәйле скульптуралар, һәйкәлдәр, таҡтаташтар ҡуйыу, крайҙы өйрәнеү музейҙары, әҙәби музейҙар эшмәкәрлеге йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, мәҙәни традициялар күсәгилешлеген тәьмин итеү һәм, әлбиттә, күп милләтле республикабыҙҙа поликультур мөхит булдырыу кеүек бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелә. Тарихи шәхестәребеҙҙең, арҙаҡлы ғалим һәм яҙыусыларыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү – материаль булмаған мәҙәни байлыҡты өйрәнеү һәм һаҡлау ул, ә был, үҙ сиратында, дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә.

Бөгөн һәр уҡыу йорто тиерлек үҙ миссияһын, үҙ йөҙөн эҙләй: бында ла данлыҡлы шәхестәрҙең исеме ярҙамға килә, музей фондтары булдырыу, экспозицияларҙы биҙәү эшенә күп көс һалына. Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында эшләп килгән музейҙар йәш быуынды фәнни эҙләнеүҙәргә, проект эштәренә ылыҡтырыу өлкәһендә ҙур потенциалға эйә. Бындай музейҙар үҙенсәлекле белем усағы ролен башҡара һәм тыуған яҡтың социаль, мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ҡала, ауылдарҙың, республикабыҙҙың үҙ йөҙөн булдырыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Республикабыҙ ҡала һәм ауылдарының тышҡы йөҙөнә бәйле үҫеш стратегияһы, брендинг сәйәсәте ошонда йәшәүсе күп милләтле халыҡтың донъяға ҡараштарын, фәлсәфәһен, мифологияһын, милли-мәҙәни ҡиммәттәрен иҫәпкә алырға тейеш. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү – ошо эштәрҙең кескәй генә бер өлөшө. Ошоноң менән беҙ донъяға үҙебеҙ тураһында һөйләйбеҙ. Кем беҙ? Нимә әйтергә теләйбеҙ? тигән һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, бөтәһе лә: мәктәп, урам, кибет исемдәренән алып кескәй генә скульптураларға, ҙур музейҙарға тиклем – коммуникация-аралашыу юлы булып тора. Заманса талаптарҙан сығып, уның менән дә эффектив ҡулланырға өйрәнергә тейешбеҙ, сөнки алдыбыҙҙа ер йөҙөндәге меңәрләгән ҡала-ауылдар араһында үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең уникаль йөҙөн күрһәтеү һәм һаҡлау бурысы тора.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы 
башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы
Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева

«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев ис. Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнеү мәсъәләләре»

Конкурсы һөҙөмтәләре:
Студенттар араһында



I УРЫН
Ишкинина Гөлнәзирә, БТФФ БИН 31 төркөмө студенты
Ғилми етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, доцент Р.Х. Илишева

II УРЫН
Сәлихова Алина, БТФФ БИС 31 төркөмө студенты
Ғилми етәксеһе – филология фәндәре докторы, профессор З.И.Сәләхова
Мәмбәтова Гөлиә, БТФФ БИС 31 төркөмө студенты
Ғилми етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, доцент С.Х. Әғзәмова
Мәмбәтова Зилиә, БТФФ БИС 31 төркөмө студенты
Ғилми етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, доцент С.Х. Әғзәмова

III УРЫН

Аракаева Нурзилә, БТФФ БИН 31 төркөмө студенты
Ғилми етәксеһе – педагогия фәндәре кандидаты Ф.Б. Ғәйнуллина

Мәктәп уҡыусылар араһындағы конкурс һөҙөмтәләре:


I УРЫН

Мырҙабаев Рәмил, Күгәрсен районы Мәҡсүт дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Ғилми етәксеһе - Имелбаева Г.Р.

II УРЫН

Боҫҡанова Айгизә, Республика политехник лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы, Күмертау ҡалаһы Ғилми етәксеһе - Икбаева Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы
Ҡаразбаева Камила, Мораҡ башҡорт гимназияһының 7 класс уҡыусыһы
Ғилми етәксеһе - Псәнчина Зилә Мәхмүт ҡыҙы, З.Биишева ис. премия лауреаты
Исламов Алмаз, МБДББУ “1-се гимназия”ның 9-сы класс уҡыусыһы, Туймазы ҡалаһы
Ғилми етәксеһе – Фатихова Зөләйха Солтанхәмит ҡыҙы

III УРЫН

Хәмитов Арслан, 8-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы, Мәләүез ҡ. Ғилми етәксеһе – Хисмәтуллина Гөлшат Раил ҡыҙы
Маскова Айһылыу, 32-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡ. Ғилми етәксеһе – Маскова Г.Р.
Әхмәтшина Алһыу, 2-cе һанлы урта мәктәптең 9 Б класы уҡыусыһы, Ҡырғыҙ-Миәкә а., Миәкә районы Ғилми етәксеһе – Рәхмәтуллина З.Х.

БИЛДӘЛЕ ЯҘЫУСЫЛАРҘЫҢ, ҒАЛИМДАРҘЫҢ, ТАРИХИ ШӘХЕСТӘРҘЕҢ ИСЕМДӘРЕН МӘҢГЕЛӘШТЕРЕҮ


Мәктәп уҡыусылары араһында еңеүселәр:

I УРЫН
Байгилдина Рәмилә, Таштимерова Гөлшат, Д.Бүләков ис. дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусылары, Мәләүез районы Смаҡ а. Етәксеһе – Таштимерова Светлана Тәнзил ҡыҙы
Иҫәнғолова Гөлшан, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия- интернатының 10-сы класс уҡыусыһы, Ишембай ҡалаһы. Етәксеһе – Фәйзуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы, РФ һәм РБ Яҙыусылар берлеге ағзаһы

II УРЫН

Юлдыбаева Гөлсөм, Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы, Ейәнсура районы. Ғилми етәксеһе – Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы
Тимерғәлиева Ләйлә, Жәлил Кейекбаев ис. 3-сө һанлы гимназияның 6 класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡ. Ғилми етәксеһе – Тимерғәлиева Светлана Ивановна
Варганова Юлиә, Йылыйыр урта мәктәбенең 9-cы класс уҡыусыһы. Ғилми етәксеһе – Варганов С.В.
Сәғитов Асҡар, 8-се һанлы урта мәктәптең 9 cы класс уҡыусыһы, Мәләүез ҡ. Ғилми етәксеһе – Сәғитова Миләүшә Зәки ҡыҙы

III УРЫН

Сабирйәнова Лилиә, 5-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡ. Ғилми етәксеһе – Насритдинова Нәркәс Садиҡ ҡыҙы
Рәхмәтуллина Лия, Жәлил Кейекбаев ис. 3-сө һанлы гимназияның 7 класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡ. Ғилми етәксеһе – Ҡояшева Зәлиә Тазетдин ҡыҙы
Әлимбаева Рима, Бахмут а. урта мәктәбенең 10-cы класс уҡыусыһы, Көйөргәҙе районы Ғилми етәксеһе – Темиршоева Светлана Владимировна
Сәйфуллина Ләйсән, 9-сы класс уҡыусыһы, Баязит Бикбай ис. Урта белем биреү мәктәбе, Яңы Мораптал а. Көйөргәҙе районы. Ғилми етәксеһе – Сынбулатова Ғәлимә Наил ҡыҙы
Арыҫланова Наҙгөл, Жәлил Кейекбаев ис. 3-сө һанлы гимназияның 11 класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡ. Ғилми етәксеһе – Рәхмәтуллина Гүзәл Фәрит ҡыҙы
Саттаров Алмаз, Әсғәт Мирзаһитов ис. 2-се һанлы урта мәктәптең 7-cе класс уҡыусыһы, Ҡандра ҡ., Туймазы районы. Ғилми етәксеһе – Горшкова Наталья Владимировна
Абайҙуллина Диана, 6-сы класс уҡыусыһы Миәкә районы Сәфәр төп дөйөм белем биреү мәктәбе. Ғилми етәксеһе – Абдулова Ф.А.

Студенттар араһында

II УРЫН
Ғәлиева Ләйсән, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 2 курс студенты
Ғилми етәксеһе – уҡытыусы Ғәлиев А.З., Яҡшымбәт ауылы урта мәктәбе, Көйөргәҙе р.
Солтанова Миләүшә, БДУ-ның Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының студенты. Ғилми етәксеһе – ф.ф.к., доцент Ҡасҡынова Г.М.
Ҡаҙарғолова Фидалиә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы химия технологиялары колледжы студенты. Ғилми етәксеһе – Яубаҫарова Ф.Р.

III УРЫН

Ғәлиәхмәтова Гүзәлиә, Салауат ҡалаһы белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты. Ғилми етәксеһе – Шәрәфетдинова Г.Х.
Мусина Рәзилә, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 1 курс студенты. Ғилми етәксеһе – ф.ф.к. Арыҫланова М.С.
Йәғәфәрова Гөлшан, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 1 курс студенты
Ғилми етәксеһе – Ф.Солтанов ис. мәктәп уҡытыусыһы Н.Я. Юлдашбаев
Йосопова Розалия, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 1 курс студенты.  Ғилми етәксеһе – ф.ф.к. Арыҫланова М.С.

Новости факультета башкирской и тюркской филологии



Стерлитамакский филиал УУНиТ