28 февралдә 3-сө һәм 5-се курс студенттарына Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһы уҡытыусылары Батталова Гөлнара Нурғәле ҡыҙы, Ҡыуатова Айгөл Фидәил ҡыҙы, Ханнанова Айгөл Фәтхелислам ҡыҙы “Башҡорт теле дәрестәрендә яңы технологиялар” темаһына оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте. Маҡсат - буласаҡ уҡытыусыларҙы ФДББ стандарттары талаптарына ярашлы яңы эш алымдарын өйрәтеү. Батталова Гөлнара Нурғәле ҡыҙы туған тел дәрестәрендә ижади шәхес тәрбиәләү йүнәлешендә төрлө эшмәкәрлек алымдары менән таныштырып үтте.
Ҡыуатова Айгөл Фидәил ҡыҙы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләшергә, фекерен дөрөҫ әйтә белергә өйрәтеү проблемаһына ныҡлы туҡталды, шул йәттән үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Студенттарға бигерәк тә төркөмдәр менән эшләү оҡшаны, улар бик әүҙем ҡатнашты.
Ханнанова Айгөл Фәтхелислам ҡыҙы үткәргән оҫталыҡ дәресендә ФДББС (ФГОС) стандарттары талаптарына ярашлы дәрес нисек ойошторола тигән һорауға студенттар тулыһынса яуап алды.
Бындай төр оҫталыҡ дәрестәре студенттар өсөн бик фәһемле, улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уларҙы уҡытыу методикаһы буйынса мөһим мәғлүмәткә эйә булдылар. Студенттар үҙҙәрен башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү йәһәтенән яңы технологиялар ҡулланыу кеүек һорауҙар борсоғанын белдерҙеләр. Һәр уҡытыусы үҙенең педагогик эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, урынлы кәңәштәрен бирҙе. Кафедра уҡытыусылары, студенттар оҫталыҡ дәресе өсөн рәхмәттәрен белдерҙе. Дәрестәр күңелде үҫтереп, студенттарҙы рухландырып ебәрҙе, уҡытыусы һөнәренә ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тыуҙы.
Сара педагогик майҙансыҡ (етәксеһе Ғәйнуллина Ф. Б. ) сиктәрендә ойошторолдо.