21 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылының моделле китапханаһында китапхана мөдире Әлфиә Әсхәт ҡыҙы Байдәүләтова ойошторған “Кәрәҙ” әҙәби түңәрәге ултырышы уҙғарылды. Сарала БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, РФ һәм РБ Яҙыусылар берлеге ағзаһы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова ҡатнашты. Түңәрәк ағзалары Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙына үҙҙәренең Әлфиә Әсхәт ҡыҙы тарафынан төҫлө принтерҙа сығарылған китапсыҡтарын күрһәтте, шиғырҙарын уҡыны. Балалар психологияһын яҡшы белгән тәжрибәле уҡытыусы-методист уҡыусылар менән шиғыр яҙыу серҙәре тураһында әңгәмә ойошторҙо, уларға үҙенең тап ошо мәктәптә уҡыған йылдарҙа яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Осрашыу аҙағында Р.Ә. Абуталипова ижади бәйләнеште артабан да дауам итеү теләген белдерҙе, талантлы балаларҙы киләсәктә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға килергә саҡырҙы.
Әүҙем эш алып барған был әҙәби түңәрәк талантлы шәхестәре менән дан тотҡан М. Өмөтбаев төйәгендә яңынан-яңы исемдәрҙе асыр, уҡыусыларҙың күңел түрҙәрендә саҡ бөрөләнеп килгән ижади орлоҡтарҙың сәскә атыуы өсөн тейешле шарттар тыуҙырыр, тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.


