20 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Муниципаль район муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Ҡырмыҫҡалы ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Иҫке Бәпес филиалында филология фәндәре докторы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Р.Ә. Абуталипова менән осрашыу ойошторолдо.
Рәмзәнә Әсҡәт ҡыҙы 9-11 класс уҡыусыларын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты менән таныштырҙы, был факультетты тамамлаған күренекле шәхестәр тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙы ошо факультетҡа уҡырға килергә өндәне.