Версия для слабовидящих: Вкл Изображения: Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

Оҫталыҡ дәресе

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында 27 октябрҙә 40 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған тәжрибәле ғалим-методист, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, РФ һәм РБ яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Өмөтбаев һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялары лауреаты, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров «Һаумы, Салауат!» темаһына оҫталыҡ дәрес-импровизацияһын үткәрҙе. Дәрестә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары, башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары ҡатнашты. Салауат образы студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар блиц-һорау менән башланып киткән дәрес-импровизацияла ҡурай моңон тыңланы. Урал батыр ҡаны аҡҡан мәғрүр Салауатҡа арналған сәнғәт әҫәрҙәренә дәрес барышында анализ яһалды. Студенттар дәрестә бик актив булды, белгәндәре менән ихлас бүлештеләр. Ҡурай моңо, Ф.Санъяровтың башҡорт халҡының гимны «Урал»ды башҡарыуы, М.Хисмәтуллин башҡарыуында «Салауат» арияһы яңғырауы дәрестә ҡатнашыусыларҙы хисләндерҙе. Бындай төр оҫталыҡ дәрестәре студенттар өсөн бик фәһемле, улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уларҙы уҡытыу методикаһы буйынса мөһим мәғлүмәткә эйә булды. ФДББС (ФГОС) стандарттары талаптарына ярашлы дәрес нисек ойошторола, тигән һорауға дәрес-импровизация аҙағында тулыһынса яуап алынды. Дәресте анализлағанда факультеттың декан вазифаһын башҡарыусы Р.Х.Илишева, кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы З.И.Сәләхова, кафедра уҡытыусылары, студенттар Ф.Санъяровҡа оҫталыҡ дәресе өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Дәрес күңелде үҫтереп, студенттарҙы рухландырып ебәрҙе, Салауат Юлаев образын өйрәнеүгә мотивация тыуҙырҙы.  




Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии



Стерлитамакский филиал УУНиТ