Версия для слабовидящих: Вкл Изображения: Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

«Төрки филологияһының актуаль проблемалары» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияҺы

«Төрки филологияһының актуаль проблемалары» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияҺы 2017 йылдың 21 ноябрендә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында «Төрки филологияһының актуаль проблемалары» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Конференция Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында быйыл иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына бағышланды. Төрки филологияһының төрлө мәсьәләләрен үҙ эсенә алған 100-ҙән ашыу ғилми мәҡәләләрҙең авторҙары булып Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең фән белгестәре, шулай уҡ Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һымаҡ сит ил ғалимдары ла сығыш яһаны. Йыйынтыҡта билдәле ғалимдар менән бер рәттән студенттар, аспиранттар һәм магистранттарҙың да фәнни мәҡәләләре нәшер ителде. Бындай конференциялар йәш белгестәр өсөн дә фәнни асыштар менән бүлешеү, фекер алышыу һәм тәжрибә туплау майҙансығы булып тора. Конференция һөҙөмтәләре буйынса «Төрки филологияһының актуаль проблемалары» йыйынтығы әҙерләнде. Йыйынтыҡҡа тупланған материалдар төрки филологияһының көнүҙәк проблемаларын артабан өйрәнеүҙә лә тикшеренеүселәр өсөн етди сығанаҡ булып торасаҡ. Конференция ойоштороу комитеты барлыҡ ҡатнашыусыларға үҙенең рәхмәтен белдерә һәм яңы фәнни асыштар теләй.  

Новости кафедры башкирской филологии



Стерлитамакский филиал УУНиТ