6 декабрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 1 – 2 курс студенттары менән СПИД һәм терроризмға ҡаршы тәрбиәүи сара уҙғарылды. 1-се курс студенттары ВИЧ һәм СПИД тураһында мәғлүмәтле булыу-булмауҙары тураһында анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр. Куратор М.С. Арыҫланова был ауырыу тураһында информация менән таныштырҙы, студенттар белгән мәғлүмәттәре менән уртаҡлаштылар, һаҡланыу саралары хаҡында белделәр.
2-се курс студенттары «Беҙ – терроризмға ҡаршы!» темаһына тәрбиәүи сара ойошторҙолар. Сараны тьютор С.Х. Әғзәмова асты, заман афәте булған терроризм тураһында белешмә биреп китте. Студенттар: Ураимова Клара, Ғөбәйҙуллана Гөлфирә, Ғәлиева Ләйсән, Фәттәхова Алһыу, Йәрмиева Диана, Мусина Лиананың сығыштары бөтәһенә лә фәһемле булды. Жусупов Чыңгызбек - презентация, ә Шәрәфетдинова Лиана видеофильм әҙерләп күрһәттеләр.
Бындай төр саралар студенттарға заман афәттәренә ҡаршы торорға өйрәтә.