Версия для слабовидящих: Вкл Изображения: Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

12-се Стәрлетамаҡ ҡала мәктәбе базаһында директор урынбаҫарҙары өсөн семинар-практикум уҙғарылды

Ошо көндәрҙә 12-се һанлы мәктәп базаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең туған телдәр буйынса директор урынбаҫарҙары өсөн “Башланғыс һәм юғары кластарҙа метапредмет һөҙөмтәләренә ирешеү” темаһына семинар-практикум уҙғарылды. 12-се һанлы мәктәптең тәжрибәле туған (рус, башҡорт, татар) телдәр уҡытыусылары асыҡ дәрестәр күрһәтте, оҫталыҡ кластарында тәжрибә уртаҡлашты. Сарала башҡорт филология фәндәре докторы, филологияһы кафедраһы профессоры Р.Ә. Абуталипова ҡатнашты. Ул “Туған тел дәрестәрендә метапредмет компетенцияларын формалаштырыу ысулдары” темаһына доклад менән сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар фекеренсә, семинар-практикум туған телдәр буйынса директор урынбаҫарҙары өсөн бик файҙалы булды.





Новости факультета башкирской и тюркской филологии



Стерлитамакский филиал УУНиТ