13 декабрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусылары М.С. Арыҫланова, С.Х. Әғзәмова менән актив студенттар Хоҙайғолова Гүзәл һәм Мостафина Айзилә Күгәрсен районы үҙәгенә профориентация үткәреү маҡсатында барҙылар. Башҡорт гимназияһында һәм Мораҡтың 1-се һанлы мәктәбендә сығарылыш класс уҡыусылары менән мәғлүмәти әңгәмә ойошторолдо. Уҡыусыларға бигерәк тә яңы йүнәлештәр, шул иҫәптән «Мултьмедия журналистикаһы» кеүек белгеслек программалары тураһында белешмә, студент тормошо, ятаҡ, стипендия күләме һ.б. һорауҙарға тулы яуап алыу оҡшаны. Әңгәмә барышында улар презентация ҡаранылар, анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Башҡорт гимназияһы директоры Рәзилә Зәкәриә ҡыҙы Хисмәтуллинаға һәм 1-се һанлы мәктәп директоры Рәвил Ғиниәт улы Аҙнабаевҡа профориентацион эштә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Шулай уҡ райондың «Мораҙым» гәзите редакцияһына ла башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты хаҡында белешмә тапшырылды.