Беҙҙең башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын (филология, башҡорт филологияһы) тамамлаусылар араһында билдәле шәхестәр байтаҡ. Шулар араһында яҙыусылар һәм журналистар айырым бер урынды биләй. Шағирә, журналист Римма Ғәлимова исеме күптәргә яҡшы таныш. Өс китап авторы бөгөнгө көндә ҡаланың «Ашҡаҙар» гәзитендә эшләй. Уның көнүҙәк проблемаларға арнап яҙған мәҡәләләре республика баҫмаларында ла йыш донъя күрә. 26 сентябрҙә ҡаланың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәби үҙәгендә быйыл юбилейын билдәләгән Римма Ғәлимованың ижад кисәһе уҙҙы. Был кисәлә факультеттың башҡорт-сит телдәр бүлегендә белем алыусы 1 курс студенттары ла ҡатнашты. Улар шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе һәм юбилейы менән ҡотланы. Кисәлә Өфө һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылары, ҡаланың мәҙәниәт бүлеге, мәктәп уҡыусылары һәм шағирәнең ижадын һөйөүселәр йыйылғайны. Студенттар һәм ҡунаҡтар өсөн шағирәнең рус телендә лә ижад итеүе бер асыш булды. Кисәнән күп мәғлүмәт туплап, тере яҙыусылар менән осрашып, илһамланып таралышты студенттар (буласаҡ уҡытыусылар, яҙыусылар, журналистар).