Версия для слабовидящих: Вкл Изображения: Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

Факультет тарихы

Стәрлетамаҡта тарихи белем биреү һуғыштан һуңғы 1946 йылда башлана,Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында өс бүлек асыла: рус теле һәм әҙәбиәте,башҡорт теле һәм әҙәбиәте,тарих бүлеге. 1954 йылда СУИ базаһында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты барлыҡҡа килгәс,уның составында тарих-филология факультеты ойошторола,ул 1959 йылға тиклем эшләй,1959 йылда “тарих” белгеслеге буйынса әҙерлек туҡтатыла.

Тарих белгестәрен әҙерләү 80-се йылдар уртаһында тергеҙелә: “үҙгәртеп ҡороу” процесы менән бәйле йәмғиәт-сәйәси тормоштағы үҙгәрештәр илебеҙҙең үткәненә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ошондай шарттарҙа “Тарих һәм педагогика” яңы белгеслеге асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. “Тарих һәм педагогика” белгеслеге буйынса беренсе ҡабул итеү 1986 йылда була. Үҙ аллы тарих факультеты булмай,тарих-педагогия бүлеге филология факультеты составында була. Дөйөм етәкселекте һәм уҡыу процесын ойоштороуҙы филология факультеты деканы (декан Б.Б. Ғафаров,пед. фәндәре канд. һәм декан урынбаҫары Л.М. Линецкая,пед. фәндәре кандидаты,доцент) һәмКПСС тарихы кафедраһы башҡара(кафедра мөдире Р.Г. Лоҡманов,тарих фәндәре кандидаты,доцент).

1989 йылда тарих-педагогия бүлеге үҙаллы тарих факультетына үҙгәртелә. Тарих факультетының беренсе деканы О.А. Курсеева була.

1990/1991 уҡыу йылында “Тарих һәм педагогика” белгеслеге буйынса белем биреүҙән тыш“Тарих һәм ғәмәли психология”,“Тарих,башҡорт теле һәм әҙәбиәте” белгеслектәре буйынса студенттар әҙерләү эше башлана. Махсус дисциплиналар буйынса уҡыу процесы 1988 йылдың сентябрендә барлыҡҡа килгән дөйөм тарих кафедраһы көсө менән башҡарыла. Уның беренсе мөдире булып т.ф.к. В.А. Попов һайлана (1996 йылдан т.ф.д.,профессор),ул 1993-1998 йылдарҙа факультет деканы була.

Кафедрала Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар ассистент булараҡ эш башлай: Г.Э. Емалетдинова,Г.Р. Рахимова,Ю.Е. Варваровский,А.Н. Султанова; Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар Ю.Т. Михайлов,А.В. Уваров,Куйбышев дәүләт университетынтамамлаусылар Л.Н. Чернова,М.Н. Дорофеева эшләй. Студенттарҙың методик әҙерлеге менән ҙур практик тәжрибәһе булған өлкән уҡытыусы Ю.Ф. Козлов шөғөлләнә.

XX быуаттың 80-90-сы йылдарында,90-сы йылдарҙың тәүге яртыһында юғары квалификациялы кадрҙар етешмәүе Өфөнән курстар уҡыу өсөн ғалим-тарихсылар саҡырыу аша тулыландырылған. Дөйөм һәм махсус предметтарҙы проф.,т.ф.д. Р.З. Йәнғужин (БДУ),проф.,т.ф.д. М.М. Ҡолшәрипов (БДУ),СССР ФА УрБ БФҮ ТТӘИ ғалимдары проф.,т.ф.д. В.А. Иванов,т.ф.к. С.А. Халфин,В.Н. Васильев,В.В. Овсянников,Р.М. Йосопов,А.Ф. Яминов,У.Х. Рәхмәтуллин уҡый. Бер нисә йыл факультетта доцент Кузнецов В.Б. лекциялар уҡый – Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы.

Факультетта оҙаҡ йылдар В.А. Иванов,тарих фәндәре докторы,профессор,билдәле ғалим-археолог эшләй. 1996 йылда ул дөйөм тарих кафедраһы профессоры һәм мөдире итеп һайлана,1998 йылдан тарих факультеты деканы була.

Фәнни кадрҙарҙың үҫеүе 1998 йылда яңы “Ватан тарихы һәм тарихты уҡытыу методикаһы” кафедраһын формалаштырырға мөмкинлек бирә. 1999 йылдың майынан кафедраны т.ф.д.,профессор Самородов Д.П. етәкләй. Дөйөм тарих кафедраһы мөдире т.ф.к.,доцент С.В. Сиротин була,ул 2002 йылдың апрелендә тарих факультеты деканы вазифаһына һайлана.

2003-2009 йылдарҙа тарих факультеты базаһында “Педагогика һәм психология” белгеслеге эшләй. 2007 йылда был белгеслек буйынса уҡыу процесын тәьмин итеү өсөн махсус педагогика һәм психология кафедраһы ойошторола (кафедра мөдире доц. Сәлимова Р.М.). Кафедра уҡытыусылары,студенттар һәм аспиранттар факультеттың ижади,белем биреү һәм фәнни потенциалын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

2009-2011 йылдарҙа тарих факультеты составында философия һәм политология,социология һәм хоҡуҡ кафедраһы була (кафедра мөдире ф.ф.д.,профессор Сабекия Р.Б.).

Әлеге ваҡытта тарих дисциплиналары буйынса һөнәри әҙерлекте ике махсус кафедра уҡытыусылары башҡара:

Факультетта түбәндәге специальностар һәм йүнәлештәр бар:

  1. 050401 специальносы “Тарих” (квалификация: тарих уҡытыусыһы)

  2. 050100.62 йүнәлеше педагогик белем биреү: тарих профиле (квалификация: бакалавр)

Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 500-ҙән ашыу студент уҡый. Факультетта ғилми-тикшеренеү эшеуҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай. Фәнни эште махсус кафедраларҙың профессор-уҡытыусылар составы ойоштора.

Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре:

  1. Евразия археологияһы (Сиротин С.В.,Денисов И.В.,Чичко Т.В.).

  2. Тарихи тикшеренеүҙәрҙең методологияһын,историографияһын,сығанаҡтарын өйрәнеү (Самородов Д.П.,Басырова С.Г.,Асадуллин Э.).

  3. Рәсәйҙә иҡтисади,сәйәси,социаль процестар (Курсеева О.А.,Семенова Н.Л.,Аллағолова Е.М.,Павлова О.С.,Тикеев М.Д.,Йосопова Л.Й.).

  4. Европа,Азия һәм Америка илдәренең социаль-иҡтисади тарихы (Емалетдинова Г. Э.,Кантемирова Р.И.,Явнова И.И.,Косых Е.С.).

  5. Тарихты һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙе уҡытыуҙың теоретик һәм методик проблемалары (Богданова А.А.,Мөхәмәтйәнова Э.В.).

Ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре конференция материалдарында һәм докладтарҙа,мәҡәләләрҙә һәм монографияларҙа сағылыш таба,улар уҡыу процесында,дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмаларын яҙғанда файҙаланыла.

Факультетта студент фәне һөҙөмтәле үҫешә. Тарих факультетында студент фәне активистарын берләштереүсе студенттарҙың фәнни йәмғиәте эффектив эшләй.

Кафедраларҙа археология,Рәсәй тарихы,Европа,Америка,Азия һәм Африка илдәре тарихы буйынса фәнни түңәрәктәр һәм проблемалы төркөмдәр эшләй. Студенттар фәнни тикшеренеүҙәр башҡара,уларҙың һөҙөмтәләре вуз-ара,Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конференцияларҙа,төбәк конкурстарында уңышлы апробация үтә.

07.00.02 – Ватан тарихы специальносы буйынса аспирантура уңышлы эшләй.

Факультетта уҡыу-уҡытыу эше белем биреү процесының түбәндәге принциптарын иҫәпкә алып башҡарыла: практик-ориентир ҡараш; уҡытыуҙың классик формаларын (лекциялар һәм семинар дәрестәре) практик курстар (практикумдар,төркөмләп консультациялар,белем биреүҙең интерактив формалары,информацион технологиялар) менән аралаштырыу.

Йөкмәтке йәһәтенән түбәндәгеләр күҙ уңында тотола:

Факультеттың профессор-уҡытыусылар составы юғары квалификацияһы менән айырылып тора. Уҡытыусыларҙың 75% артығы фән кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәһенә эйә. Факультеттың профессор-уҡытыусылар составы үҙ эшендә студенттарҙы фәнни әҙерләү кимәлен һәм алынған белемдең сифатын күтәреүгә,конкуренцияға һәләтлелекте формалаштырыуҙы тәьмин итергә,динамик,социаль һәм һөнәри мобиллеккә әҙер булырға булышлыҡ итергә ориентир алған.

Факультет эшендә археологик тикшеренеүҙәр мөһим йүнәлеш булып тора,экспедициялар барышында бронза быуат,яңы тимер быуат,урта быуат эпохаһы боронғо йәшәү урындарында,ҡурғандарҙа һәм грунт ҡәберлектәрендә ҡаҙыныу эштәре үткәрелде,этнографик материал йыйылды. Тикшерелгән комплекстарҙа хәрби ҡорамалдар,йылҡысылыҡ,көнкүреш предметтары,культ-ритуал әйберҙәре,йорт-йыһаз,ювелир сәнғәте өлгөләре,биҙәүестәрҙең бай коллекцияһы табылды. Йыл һайын үткәрелгән археологик экспедициялар студенттар коллективын туплай,Евразиялағы боронғо халыҡтар мәҙәни-тарихы мираҫы менән тәрәнерәк танышырға уникаль мөмкинлек бирә.

Тарих факультеты студенттары өсөн тарихи әҙәбиәт фонды һәм кәрәкле уҡыу-методика материалдары комплексы булған махсус уҡыу залы,мультимедиа-интернет лаборатория,археологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы эшләй.

Тарих факультеты студенттары дөйөм тарих һәм Рәсәй тарихы проблемалары буйынса теоретик һәм фактологик материалды белеүе менән,тарихи сығанаҡтарҙы эҙләй белеүе һәм систематизациялауы,тарихи тикшеренеүҙәрҙең методологияһын һәм методикаһын белеүе,тарихи һәм дөйөм гуманитар дисциплиналар комплексын квалификациялы уҡыта белеүе менән айырылып тора.

Факультет Рәсәйҙең төп фәнни учреждениелары һәм вуздары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә.

Йыл һайын тарих факультетын тамамлаусылар фәндең төрлө өлкәләре буйынса (тарих,социология,политология,педагогика) БДУ-ның СФ,республиканың башҡа вуздарында һәм академик учреждениелары аспирантураһында уңышлы белем ала.

Факультетта мәҙәни һәм спорт сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә эшлекле ҡатнашыусы студент активы уңышлы эшләй. Факультеттың студент тормошо спорт ҡаҙаныштарында,факультет студенттарының ижади конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыуында сағылыш таба.

Тарих факультеты студенттары алған белемдәрен мәктәптә һәм вузда,дәүләт идара итеү органдарында,сәйәси һәм йәмғиәт ойошмаларында ҡуллана ала.

Тарих факультетын тамамлаусылар араһында республика һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре,мәктәп директорҙары,хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бар,сығарылыш студенттарының күбеһе профиле буйынса дәүләт (мәктәптәр,лицейҙар,гимназиялар,ссуздар) һәм дәүләттеке булмаған республика белем биреү учреждениеларында эшләй.

Тарих факультетын тамамлаусылар алған белемен һәм күнекмәләрен:


Стерлитамакский филиал УУНиТ