Педагогика һәмпсихология факультеты Зәйнәб Биишева исемендәге СДПА ЮһББ ФДБББУ Ғилми Советы ҡарары (приказ № 312-к,28.05.2009) буйынса педагогика һәм башланғыс белем биреү факультеты кафедралары һәм педагогика һәм психология кафедраһы базаларында ойошторола. Яңы структур бүлексәнең барлыҡҡа килеү маҡсаты – психология-педагогия профиле бүлексәләренең,фәнни,белем биреү,уҡытыу-методика,кадр ресурстары интеграцияһы аша педагогик кадрҙарҙы әҙерләү сифатын күтәреү. 2012 йылдан факультет Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы составында эшләй.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан,факультет юғары белемле башланғыс класс уҡытыусыларын 1976/1977 йылдан башлап әҙерләй. “Педагогика һәм психология” белгеслеге 2003/2004 уҡыу йылында тарих факультеты базаһында асыла.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты Башҡортостанда рус һәм башҡорт мәктәптәре өсөн юғары белемле башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләүсе беренсе педвуз булды. Был башланғыс кластар өсөн белгестәрҙең етмәүе менән бәйле була.
Уның башланғысында И.И.Насиров,Р.В. Әлмөхәмәтов,И.Е. Карпухин,К.Ғ. Ишбаев,Д.Н. Карпов тора.
1977 йылдың октябрендә башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы ойошторола,кафедрамөдиреитеп филология фәндәре кандидаты К.Ғ. Ишбаев тәғәйенләнә. Кафедра филологик,математик,биологик һәм музыкаль дисциплиналар,уларҙы башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһы буйынса уҡыу процесын тәьмин итә. Белгеслекте асҡан көндән башлап биология фәндәре докторы,профессор Д.Н. Карпов,педагогия фәндәре докторы,профессор Р.В.Канбекова,педагогия фәндәре кандидаты,доцент Н.Л. Гребенникова,педагогия фәндәре докторы,профессор А.Л. Фатыхова бөгөнгәсә хеҙмәт итә.
Факультетта төрлө йылдарҙа Д.Г. Галина,А.В. Глузман,А.Н. Калиниченко,Л.В. Харланова,В.И. Старицын,Г.Х. Буранғолова,Р.Д. Альтапова,В.В. Малыгин,С.Н. Захарова,Т.И. Голованова,Л.А. Сидлецкая,С.Н. Медведева,Л.Е.Моисеичева,Л.Р. Сәғиҙуллина,П.Л. Шишенков,Ю.З. Ҡотлоғилдина,Н.М. Ғарипова,Ф.Х. Уразаева,Б.А. Маслов,Г.Ф. Ефимова,М.Ә. Мәмбәтов,В.В. Беннер,Г.Х. Валеев,С.П. Гудюк эшләй.
1978-2009 йылдарҙа факультетты б.ф.д.,профессор Д.Н. Карпов етәкләй. 1983-1990 йылдарҙа башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһының мөдире булып А.М. Сафин (педагогия фәндәре докторы,профессор) һәм М.Ә. Мәмбәтов (филология фәндәре кандидаты,доцент) эшләй.
1988 йылда башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы базаһында айырым кафедралар барлыҡҡа килә: башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы (кафедра мөдире – К.Ғ. Ишбаев,филология фәндәре докторы,профессор),тәбиғәтте өйрәнеү һәм математика кафедраһы (кафедра мөдире– Р.В. Канбекова,педагогия фәндәре докторы,профессор),башланғыс белем биреүкафедраһы (кафедра мөдире – Н.М. Әхмәрова,педагогия фәндәре докторы,профессор),музыкаль тәрбиә биреү методикаһы кафедраһы (кафедра мөдире – Ю.А. Носорев,педагогия фәндәре кандидаты,доцент),инструменттар һәм музыка теорияһы кафедраһы (кафедра мөдире – Л.У. Яхина,педагогия фәндәре кандидаты,доцент),биология-химия бүлеге асылыу менән дөйөм биология кафедраһы (кафедра мөдире –Д.Н. Карпов,биология фәндәре докторы,профессор) һәм дөйөм химия кафедраһы (кафедра мөдире – В.И. Левашова,химия фәндәре докторы,профессор) ойошторола.
Быд кафедраларҙа 60-тан артыҡ уҡытыусы эшләй,уларҙың 7-һе фән докторы һәм профессор,47-һе фән кандидаты һәм доцент.
Кафедралар коллектив комплекслы темалар өҫтөндә тикшеренеүҙәр алып бара.
БББПһМ факультеты өҫтәлмә белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә лә беренсе булды. 1995 йылда академия тарихында беренсе тапҡыр 63/11-95 “Студенттарҙы өҫтәлмә педагогик специальностар буйынса әҙерләүҙә белем биреү хеҙмәттәрен ойоштороу һәм методик яҡтан тәьмин итеү” хужалыҡ килешеүе темаһы раҫлана.
Педагогика һәм психология кафедраһы дөйөм академия кафедраһы базаһында 2007 йылдың 30 июнендә Ғилми совет ҡарары менән “Педагогика һәм психология” белгеслегенең төп психологик-педагогик дисциплиналары буйынса студенттар әҙерләүҙә база кафедраһы булараҡ барлыҡҡа килә (кафедра мөдире – п.ф.к.,доцент Р.М. Сәлимова).
Кафедрала уҡыу һәм фәнни-методик эш белем биреү өлкәһендә квалификациялы конкуренцияға һәләтле кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән,улар мәктәпкәсә,дөйөм,өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү буйынса социаль-педагогик һәм белем биреү эшмәкәрлегенә,психологик-педагогик һәм социальэшкә әҙер булырға тейеш. 2009 йылдың сентябренән кадрҙар әҙерләү педагогика һәм психология факультеты структураһында дауам итә.
2009 йылда педагогика факультетын педагогия фәндәре докторы,профессор,Халыҡ-ара педагогик белем биреү ФА ағза-корреспонденты Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы етәкләй.
2012 йылда факультет деканы итеп педагогия фәндәре кандидаты,доцент,РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Абдуллина Лилиә Бәкир ҡыҙы тәғәйенләнә. Л.Б. Абдуллина етәкселегендә юғары һөнәри белем биреүҙең ике кимәлле системаһына күсеү тормошҡа ашырыла: бакалавриат һәм магистратура реализациялана. 2014 йылда “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” һәм “Мәктәпкәсәбелем биреү” йүнәлештәре буйынса колледжға беренсе студенттар алына. Л.Б. Абдуллина Ғази университеты менән килешеү мөнәсәбәттәре кураторы булып тора (Анкара ҡ.,Төркиә Республикаһы); хужалыҡ килешеүҙәре темаларын етәкләй. Былар бөтәһе лә факультетҡа уңышлы эшләргә һәм үҫешергә мөмкинлек бирә.
Юғары белемле башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләүҙәге 35 йыллыҡ баһалап бөткөһөҙ тәжрибә бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләү йүнәлештәре буйынса “Башланғыс белем биреү” профилебуйынса һөнәри белем биреү сфераһында уҡытыу эшмәкәрлеген уңышлы алып барыу нигеҙе һәм гаранты булып тора. Бүлектә күпселек осраҡта башланғыс класс уҡытыусылары донъяһын һәм һөнәри үҙенсәлектәрен яҡшы белгән ошо уҡ бүлекте тамамлаусыларҙың эшләүе шулай уҡ гарант булып тора.
Факультет кафедралары көньяҡ төбәк мәктәптәрендәге башланғыс класс уҡытыусылары өсөн генә түгел,ә Республиканың башҡа вуздары,педагогик колледждары һәм училищелары уҡытыусылары өсөн үҙенсәлекле методик үҙәк булып тора. Быға факультет кафедраларының белгесте һөнәри әҙерләүҙәге уҡыу-тәрбиә эшен ойоштороу тәжрибәһе,уҡытыусыларҙың ғилми-ғәмәли һәм методик эше,вузда эшләүҙең ҙур тәжрибәһе булышлыҡ итә. 35йыл эсендә 6 меңдән артыҡ белгес әҙерләнгән. Бөгөн беҙҙең сығарылыш студенттары Башҡортостан Республикаһының һәр бер тиерлек белем биреү учреждениеһында эшләй. Сит тарафтарҙа эшләүселәр ҙә күп. Улар араһында башланғыс класс һәм музыка уҡытыусылары,социаль педагогтар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре,мәктәп етәкселәре,балалар клубы һәм милиция балалар бүлмәһе,ҡала хакимиәте һәм Республика Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре,вуз һәм ссуз уҡытыусылары бар.
Педагогика һәм психология факультеты бүлектәре фәнни-методик потенциалды һаҡлай һәм көндәлек һорауҙар менән шөғөлләнә һәм киләсәктә ижади пландар менән йәшәй.
Төп маҡсатҡа ирешеү өсөн йылдар һуҙымында тупланған матур традициялар һаҡлана һәм үҫтерелә,ул – компетентлы,ижади һәм балаларҙы яратҡан башланғыс класс уҡытыусыларын,социаль педагогтарҙы һәм психологтарҙы әҙерләү.
Педагогика һәм психология факультеты профессорҙар-уҡытыусылар составы эшмәкәрлеге түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән:
психологик-педагогик белем биреү өлкәһендә,Бөтә Рәсәй һәм төбәк программаларын үтәүҙә фундаменталь,ғәмәли һәм эҙләнеү тикшеренеүҙәре үткәрергә;
яңы белем биреү технологияларын,уҡытыуҙа һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу сараларын һәм формаларын эшләргә;
фәнни потенциалды реализациялауға йүнәлтелгән инновацион психологик-педагогик проекттарҙы үҫтерергә булышлыҡ итергә;
сит ил белем биреү һәм фәнни учреждениелары менән хеҙмәттәшлек ойошторорға;
халыҡ-ара белем биреү психологик-педагогик программаларҙа,халыҡ-ара психологик-педагогик йәмәғәтселек ойоштороу эшендә ҡатнашырға.