21 марта на факультете башкирской и тюркской филологии прошло мероприятие, посвященное Всемирному дню поэзии.
21 мартта башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған сара булып үтте. Кисәлә филология фәндәре докторы, профессор Р.Ә. Абуталипова, филология фәндәре кандидаты, доцент А.Ф. Үтәевтар сығыш яһаны. Улар уҡытыусы, ғалим ғына түгел, талантлы шағирҙар, башҡорт әҙәбиәтенең уҡыусыларын тәрбиәләүселәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан студенттар Ҡотлогилдин Илмир, Ниғмәтуллина Гөлгөнә үҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Беҙҙә белем алған һәр быуын студенттары араһында шиғыр яҙыусылар бар, данлыҡлы "Ашҡаҙар" түңәрәге үҫтергән шағирҙар, яҙыусылар исемдәре бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш.
Сара туған телдәрҙә шиғыр һөйләү менән башланып китте: Тимерғәлиева Ләйсән - башҡортса, Ҡаһарманова Арина - татарса, Федорова Анастасия - сыуашса, Ҡурманакунова Әлиә - ҡырғыҙса. Рәмзәнә Абуталипова, Айнур Үтәевты студенттар төрлө һорауҙар менән күмде: илһам нисек килә, ижад итеү өсөн ғаилә ҡамасаулаймы, шиғриәттең киләсәге һ.б. Яуаптар ысын күңелдән бирелде, улар кәңәш кеүек тә ине. Авторҙар студенттарға автографлы китаптарын бүләк итте.
Сара бик матур үтте, бөтәһенә лә оҡшаны, күңел күтәрелеп ҡалды.
Шиғриәт байрамын Сөләймәнова Розалина менән Вәхитова Таңсулпан алып барҙы, ойоштороуҙа Ғүмәров Ильяс менән Нурасов Марсель ярҙамлашты.